01.02.2019 Учалы районында мәктәп автобусы түңкәрелгән
Учалы-Ахун-Ҡарағай юлының 16-сы саҡрымында 65 йәшлек водитель ПАЗ маркалы автобус менән идара иткәндә уны юл ситенә түңкәргән. Салонда туғыҙ бала булған.
Авария һөҙөмтәһендә балаларҙы ҡарап барған ҡатын һәм 9-сы класта уҡыусы ике балиғ булмаған балаға медицина ярҙамы кәрәк булған. Ярай бөтәһе лә хәүефеҙлек ҡайышын эләктергән.
Әле был хәлгә нимә килтерҙе тип тикшереү бара.