31.01.2019 “Гиннес китабы”на тиң снайпер
Был иҫтәлекле һүрәттә данлыҡлы башҡорт снайперы Әхәт Әхмәтйәнов та бар. Ишембай районының Маҡар ауылы егете Бөйөк Ватан һуғышында иң мәргән снайперҙарҙың береһе булып таныла. Ленинград фронтында уны ололап “Һунарсы” тип йөрөткәндәр.
Яугир, бөтә снайперҙар кеүек, нисә фашистың башына етеүе хаҡында иҫәп дәфтәрен алып барған, ул штаб тарафынан мисәтләнгән. Әхәт бер үҙенә 502 дошманды, ә уның өйрәнсектәре 2300 дошманды юҡ иткән!
Әхәттең атаһы Әбделхаҡ Ҡарамышев та Рус- япон, империалистик һуғыштарҙа ҡатнашып, мәргәнлеге арҡаһында дан ҡаҙанған була. Ата улын үҙе менән һунарға йөрөтөп, уға һуғыш хәлдәрен һөйләп, төҙ атыу серҙәрен өйрәткән. Әхәт бәләкәйҙән рус телен, төрлө фәндәрҙе яҡшы белгән, полководецтар тураһында китаптар уҡырға яратҡан.
Дошманын үлтереү өсөн снайпер бер пулянан артығын исраф итмәгән. “Һунарсы” ябай һалдаттарҙы түгел, ә офицерҙарҙы ғына аулаған. Уның стилен танып торған дошман: “Әхәт сыҡты!” — тип паникаға бирелеп, бер-береһенә хәбәр ебәрә һалған. Яҡшы инструктор һәм уҡытыусы булараҡ 200 самаһы егетте снайперлыҡҡа өйрәткән.
Шуныһы ҡыҙыҡ, үҙен һәр саҡ башҡорт тип таныштырған Әхәтте төрлө милләттәр үҙенеке итеп күрһәтергә маташҡан — “тыйнаҡ татар егете”, “бала саҡтан Себер урмандарында һунар итеп үҫкән яҡут” тип яҙған төбәк гәзиттәре уның турала. “Ҡыҙыл йондоҙ”, “II дәрәжә Ватан һуғышы” ордендары, “Ленинградты обороналаған өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән, 1944 йылдың ғинуарында күп йәрәхәттәр менән II төркөм инвалиды булып демобилизацияланған Ә. Әхмәтйәнов артабан мәғариф өлкәһендә хеҙмәт итә. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Ишембай, Бишбүләк райондары мәктәптәрендә директор булып эшләй.
Үкенескә, Гиннес китабына торошло рекорд ҡуйған башҡорт снайперының тиңһеҙ ҡаһарманлығы тейешенсә баһаланмаған — уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелмәй. Ә бит башҡа йөҙгә яҡын снайпер, ҡорбандары 150-нән артһа, герой исемен алған!
Шайморатов кеүек, йән аямай көрәшеп тә, түрәләр тарафынан “онотолоп” ҡалған башҡорт улдарының береһе ул Әхмәтйәнов. Юғары хәрби дәрәжәләре булмаһа ла, беҙҙең өсөн улар – Герой!