31.01.2019 Юлды аша сыҡҡанда телефонға текәлергә ярамай
Ҡытай полицейскийҙары, хәүефһеҙлек булдырыу маҡсатында, гаджеттан күҙен алмаған йәйәүлеләрҙән штраф түләтә башлаған.
Юл аша сыҡҡанда иғтибарлы булыу ҡағиҙәһен һанға һуҡмаусылар өсөн штрафтың күләме беҙҙең аҡса менән 97 һум.
Ҡайһы берәүҙәр, кешене алама ғәҙәтенән арындырыу өсөн был бик аҙ сумма, фәтеүә булмаясаҡ, тип шикләнә.