29.01.2019 Элекке Башҡортостан ере - Ырымбурҙа Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре үтә
Сәйәси ваҡиғалар шаһиты булған, Зәки Вәлиди, Шәйхзада Бабич эҙҙәре һаҡлаған Ырымбур ҡалаһында республикаһының 100 йыллығына арналған сара ойошторола. Ул 8 февраль, Максим Горький исемендәге Ырымбур өлкә драма театры бинаһында (Совет урамы, 26) үтә.
Программала билдәле ғалимдар ҡатнашлығында ҡоролтай ултырышы һәм байрам тамашаһы ҡаралған. Байрам иртәнге сәғәт 10-да башланып, данлыҡлы Ҡарауанһарайға экскурсия менән тамамлана. Башҡорт рухлы милләттәштәребеҙҙе осрашыуға саҡырабыҙ!
Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ойоштора.