29.01.2019 Ҡырымға барасаҡ балалар исемлеге төҙөлә
Сибай ҡалаһында Ҡырым һәм Башҡортостан санаторийҙарына һаулыҡтарын нығытыу өсөн юлланасаҡ балаларҙың документтары йыйыла.
- Улар күбеһенсә 7 йәштән 14 йәшкәсә балалар, пневмония менән ауырыусылар - тине Радий Хәбиров менән осрашыу мәлендә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева. - Карьерға яҡын урынлашҡан Иҫке Сибай һәм Хәсән ауылдарында йәшәгән һәм үпкә-тын ауырыуҙары диагнозы ҡуйылған балалар ҙа бар.
Әле ата-әсәләрҙән 371 ғариза ҡабул ителгән, 140-ы республика шифаханаларына барырға теләй. 222 бала Ҡырымға барасаҡ. Тәүге авиарейс 20 февралдә, бер ял итеү ике аҙна дауамында һуҙыласаҡ.
Республика башлығы белдереүенсә, балаларҙы юлда хоҡуҡ һаҡлаусылар оҙатырға тейеш.
Динара Еникеева әлеге ваҡытта Сибайҙа ауырыусылар менән хәл былтырғы ошо мәл менән тап килә тине. Төрлө һөнәрле 35-40 табип көн дә пациенттарҙы ҡабул итә. Медик бригадалары 1 мартҡа тиклем эшләйәсәк.