RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » «Юлдаш» радиоһында – «Асыҡ студия»

29.01.2019 «Юлдаш» радиоһында – «Асыҡ студия»

Совет осоронда гәзиттәрҙең аҙаҡтан башлап уҡылғаны хәтерҙә. Тәү нәүбәттә баш мәҡәләгә тотонғандар ҙа булмаған түгелдер – эштәре ҡушыуы буйынса башҡарғандарҙыр быны, тип аңлайыҡ, ә күпселек барыбер ҙә еңелерәк яҙмаларҙы үҙ итте. Унан инде яйлап эскә күселде һәм беренсе биттәге, башлыса өн­дәмәләрҙән ғибәрәт атамалы, етди бағаналар менән ослап ҡуйылды. Йәғни мөһимлек йәһәтенән редакция, сәйәси күрһәтмәгә буйһоноп, һуңыраҡҡа шылдырғанды ябай уҡыусы иң шәбе тип күрҙе. Ниндәйҙер мөғжизә тормошҡа ашып, урынлаштырылыш тулы­һынса кирегә әйләндерелһә лә, уның башта ҡайҙа текәлере шулай уҡ асыҡ. Сәйәси мәҡәләләрҙең бөтөнләй диҡҡәтһеҙ ҡалғанын да раҫлау урынлылыр һәм сәбәбе – яңғырауыҡлы дөйөм һүҙҙәрҙән ары китмәүҙер. Хәйер, документаль радио һәм телепроекттарыма әҙерләнгәндә ҡулланылған бо­ронғо матбуғатта хөкүмәттең аҙыҡ-түлектең айырым төрҙәренә хаҡты төшөргәне тураһында ҡарарҙары тәүге биттә баҫтырылғайны һәм иғтибар яғынан һис үгәй­һетелмәгәндер.

Ижтимағи-сәйәси журналис­тиканың үҙемде бик әүәлдән ҡыҙыҡһындырғанын бер әле генә хәбәр ҡылмайым – студент саҡта, ошоға бәйле һорау биреп, уҡы­тыусыны ҡаҡшатҡаным, бәхәскә лә ингәнем иҫтә. Күңелһеҙ тип баһаланған әлеге материалдарҙы ла һутлы, образлы тел менән биреү, ысынбарлыҡҡа яҡынайтыу, иң мөһиме – тормошто мөмкин кимәлдә һәм күләмдә дөрөҫ яҡтыртыу кәрәклегенән сыҡты һүҙ. Бының ул дәүерҙә тулыһынса башҡа­рылмағанын өҫтәмә раҫлап тормайыҡ.

Уның ҡарауы, бөгөн килеп, шул иҫәптән ижтимағи-сәйәси жур­налистикаға ла ҙур иркенлек бирелгән һәм ошо яҡлап ҡарағанда, киң мәғлүмәт сараһын дәүләт эшмәкәрлеген, йәмғиәт тормошон күрһәтеүсе генә түгел, улар алдындағы, юлындағы яҡты шәм сифатында күрге килә.
«Юлдаш» радиоһында был маҡсат итеп алынған да – һәр эш көнөндә, киске 7-се 15 минутта тура эфирға «Асыҡ студия» программаһы сыға килә. Әлеге форматта 2013 йылдың көҙөнән эшләйбеҙ һәм ваҡыт уның һаман көнүҙәклеген сағыу раҫлай. Тап­шырыуҙарҙың рухы, ғәҙәттә, һалмаҡ була һәм был дөрөҫтөр, сөнки ижтимағи-сәйәси өлкә ҡабалан фекерҙе ҡабул итеп бармай, йәмғиәттәге һәр кемгә тиерлек ҡағылышлы ҡырҡыу мәсьәләләр күтәрелгәне айҡанлы, бында ҡыйыу, ләкин ян-яҡлап уйлаулы һәм буйлаулы, үлсәүле фекер талап ҡылына. Тормошта, ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, төрлө кире күренеш, хатта күп ҡорбанлы фажиғәле хәлдәр ҙә булғылай, уларға бәйле һүҙ ҙә көнө-сәғәтендә микрофон аша әйтелә. Әммә был осраҡта ла, тел ҡыҙыу булһа ла, тап фекер үҙе талғын, баш һалҡын булырға тейеш, тигән уй ныҡ.

Күмәкте борсоған ҡайһы ғына проблема ҡалҡмаһын, улар буйынса үҙенсәлекле фекерле, тапалмаған, аҡыллы тәҡдимле замандаштарыбыҙҙы студияла йәки замандың бөтә элемтә төрҙәре аша ла көтөп ҡалабыҙ – һеҙҙең өсөн радиобыҙҙың һәр «бите» асыҡ.




Автор: Р. СӘҒИТОВ
Фото: "Юлдаш" радиоһынан






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне