28.01.2019 1 сентябргә тиклем 480 ихата төҙөкләндереләсәк
Бының турала бөгөнгө Хөкүмәт кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Палтусов белдерҙе. Бынан тыш 142 йәмәғәт биләмәһе лә тәртипкә килтереләсәк.
"Ике проектҡа 3 млрд һумдан ашыу аҡса бүленәсәк, был иһә былтырғынан өс тапҡырға күберәк, - тине ведомство етәксеһе. - Быйыл Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса «Башкирские дворики» программаһы эшләй башланы, шуға күрә лә аҡса күберәк булды.
Һәр муниципалетитта йәшәүселәр дөйөм сығымдарҙың 1%-ты кимәлендә сығымдарҙы ҡаплаясаҡ.
БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 20 февралгәсә хакимиәт башлыҡтарына ихаталарҙы төҙөкләндеү буйынса халыҡ менән аңлатыу эштәре үткәрергә ҡушты. Төҙөкләндереү сроктары 15 майҙан 1 сентябргәсә ҡуйылған.