28.01.2019 Арыҫлан яҡташтары һаулығына битараф түгел
Сибай ҡалаһында йәшәгән 15 йәшлек Арыҫлан Ҡәйепҡолов тураһында беҙ бер нисә тапҡыр яҙып үткәйнек. Үҫмер ҡаты сирләй, шулай булыуға ҡарамаҫтан бар нәмә менән ҡыҙыҡһына, видеоға төшөрөү менән мауыға. Былтыр уның теләге тормошҡа ашты - дәүләт башлығы Владимир Путин ултырып осҡан самолетҡа - Махсус осоу отрядына (СЛО) ҡараған Ил-96-300-гә экскурсия яһаны.
Ошо көндәрҙә Арыҫландың яңы проектын - Сибай ҡалаһына бағышланған репортажды «Россия-24» федераль телеканалының яңылыҡтарында күрһәттеләр. Үҫмер әлеге мәлдәге экологик хәл ҡала халҡына нисек тәҫьир итә икәнен төшөргән. Арыҫлан ДТРК филиалы журналистары менән Сибай дауаханаһы вазифаһын үтәүсе Радик Нәҙерғоловтан, хакимиәт вәкилдәренән, ябай кешеләрҙән камера алдында һорау алған.
Видеосюжетты ҡарайыҡ.