25.01.2019 Учалы фажиғәһе сәбәбе: баланы яңғыҙын ҡалдырыу
Учалы районының Беренсе май ауылында янғын төҙөк булмаған электр сымынан барлыҡҡа килгән.
Йортта гражданлыҡ никахында торған ире менән ике балалы ҡатын йәшәгән. Улына 4 йәш булһа, ҡыҙға тиҙҙән ике йәш тулырға тейеш булған.
Фажиғә мәлендә ҡыҙ өйҙә бер үҙе йоҡлап ятҡан. Ҡатын ире һәм улы менән күршеләренә бәлеш бешерергә ингән.
Ут ҡыҙып тоташҡан электр сымдарынан тоҡанған. Әйткәндәй, ғаиләгә декабрҙә үк сымдарҙы яңыртырға ҡушылған, ләкин улар аҡса юҡлыҡҡа һылтанғандар. Мөмкинлек булыу менән төҙәтербеҙ тигәндәр.