25.01.2019 Нурия Абдуллинаға ярҙам итеү өсөн «Беҙ бергә!» хәйриә концерты үтәсәк
Хеҙмәттәшебеҙ - журналист, йырсы, композитор Нурия Насибулла ҡыҙы Абдуллин бына бер йыл дауамында ауыр сир менән көрәшә. Уға Төркиәлә умыртҡа һөйәгенә операция үткәрергә кәрәк. Операция хаҡы 110 000 $, йәғни яҡынса 7 370 000 һум.
Әлегә ярҙамға 8 ғинуарҙан алып 23-нә тиклем 217 мең һумдан ашыу аҡса йыйылған.
25 февралдә Өфөлә «Беҙ бергә!» хәйриә концерты үтәсәк. Унан килгән аҡса Н.Абдуллинаға тапшырыласаҡ.
Хөрмәтле сәнғәт әһелдәре!
Кемдәр ярҙамға үҙ өлөшөн индерергә теләй, акцияға ҡушылыуығыҙҙы, концертта ҡатнашыуығыҙҙы һорайбыҙ.
Сара 25 февралгә билдәләнгән.
Ләйсән Мостафина менән бәйләнешкә сығырға мөмкин. Телефоны: 89659278877.
Махсус төркөм асылған - Помощь Нурие Абдуллиной