25.01.2019 Әпәт янғын, әпәт бала үлеме...
Кисә төнгө сәғәт 10-сы яртыла Учалы районының Беренсе май ауылында янғын сыҡҡан. Фажиғә урынына кисекмәҫтән БР буйынса федераль янғын һүндереү хеҙмәтенең 28-се отряды ҡарауылы ебәрелә.
Янғын һүндереүселәр килеп еткәндә өйҙө ут тулыһынса ялмаған була. Үкенескә күрә 2 йәшлек бала утта һәләк булған.
Фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ике АЦ, ете янғын һүндереүсе, Мансур ауыл советының ирекле янғын һүндереү дружинаһы, полиция хеҙмәткәрҙәре, медиктар һәм электр монтерҙары утлы ҡатнашҡан.