24.01.2019 Балаларын ҡотҡарам тип утҡа ташланған
Иглин районында бөгөн булған утлы фажиғә өс кешенең ғүмерен алды.
Алдан билдәле булыуынса, әсә кеше балаларын бер үҙҙәрен ҡалдырып, магазинға киткән. Ҡайтҡанында алыҫтан өйөнән төтөн сыҡҡанын күргән. Ҡатын машина туҡтатып, уның менән барған. Аҙаҡтан ул тәҙрә быялаһын ярып, ялҡын ялмаған өйгә ингән. Үкенескә күрә кире сыға алмаған, ике ҡыҙы менән янып үлгән.
14 йәшлек өлкәнерәк ҡыҙ был мәлдә мәктәптә булған. Әле уның менән психологтар эшләй. Аталары ла ҡайтҡан - ул колледжда уҡыған өлкән ҡыҙы менән Өфөлә йәшәй. Ир менән ҡатындың айырылышҡан икәнлеге билдәле.
Фажиғәгә төҙөк түгел мейестән сыҡҡан ут килтергән тиҙәр.