24.01.2019 Әсәһе ике ҡыҙы менән янып үлгән
Фажиғә бөгөн иртәнсәк Иглин районының Октябрьское ауылында булған.
Бүрәнә өйгә ут тоҡанған, ҡотҡарыусылар килеп еткәндә уның ҡыйығы ишелеп төшкән. Үкенескә күрә, өс кеше - 38 йәшлек ҡатын һәм уның 6 һәм 3 йәшлек ҡыҙҙары утта һәләк булған.
Утлы фажиғә эҙемтәләрен бөтөрөүҙә 13 янғын һүндереүсе, медиктар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан.