23.01.2019 Сибай балалары Ҡырымға ял итергә февраль-март айында барасаҡ
«Беренсе төркөм – 250 бала – 20 февралдә килә, ә икенсе төркөм 10 марттан ял итә, шулай уҡ 250 бала. Башҡортостанда беҙҙең Армянск ҡалаһындағы кеүек үк хәл булды. Эҙемтәләр ҙә шуға оҡшаш. Ярҙам күрһәтергә кәрәк», – тип белдергән «Ҡырыминформ»ға республика башлығы Сергей Аксёнов.
Балалар Евпаторияға һәм Көньяҡ ярға һауыҡтырыуға ебәрелә. Транспорт – Краснодарға тиклем поездарҙа, унан автобустарҙа – тулыһынса Башҡортостан Республикаһы иҫәбенә түләнә.
Шифахана-курорт дауалауына тәү сиратта санитар-һаҡлау зонаһына яҡын урынлашҡан биләмәлә йәшәгән һәм медицина күрһәтмәһе буйынса шифаханала дауаланыуға мохтаж балалар ебәрелә.