21.01.2019 «Йәшлек» тең авторын талағандар
Магнитогорск ҡалаһында газ шартлауҙы үҙҙәренең яуыз ниәтендә файҙаланыусылар ҙа күбәйгән. Өфөлә газ еҫен асыҡлаусы приборҙарҙы һатыусылар һәм газ хәүефһеҙлеген тикшереүселәр әүҙемләшкән.
Гәзитебеҙҙе алдырып уҡыусы туҡһанды ҡыуыусы авторобыҙҙың фатирына ла берәү килгән. Ир: «Күрше ҡалала газ шартлау сәбәпле, һеҙҙең газ плитәгеҙҙе тикшерәбеҙ, газ хеҙмәтенән», - тип килеүенең маҡсатын аңлатҡан . Танытмаһын һорап тормаған ҡарт, изге ниәтттән килгән кешене өйөнә үткәргән. Аш- һыу бүлмәһенә инеп, фатир хужаһы артына боролоуы булған - саҡырылмаған ҡунаҡтың башына һуғыуынан аңын юғалтып йығылған. Өйҙә бер кеше лә булмауын күргән ҡараҡ өйҙә бөтә шкафтарҙы, әйберҙе аҡтарып, аҡса эҙләгән. Ҡарттың 200 мең һум йыйған аҡсаһын һалып алып, сығып та киткән.Аңһыҙ ятҡан бабайҙы эштән ҡайтҡан ҡыҙы күреп, «Тиҙ ярҙам» машинаһын саҡыртҡан.
Баш мейеһе һелкенгән Р. бабайға дауаханала ла ятып сығырға тура килгән.
«Ҙур ғына сумма булһа ла, аҡса юғалғанға көймәйем. Үҙем иҫән ҡалғанға шөкөр итәм. Ғүмерем бар икән », - ти Р. бабай.
Олоғайған ата- әсәләрегеҙгә ҡарата иғтибарлы булығыҙ, үҙегеҙ өйҙә юҡта бер кемгә лә ишек асмауҙары хәйерле. Бик шикләнәһегеҙ икән, күршеләрегеҙгә шылтыратығыҙ.