21.01.2019 Ҡырымда - башҡорт троллейбустары
Быйыл апрель айында Ҡырымда башҡорт троллейбусы кеше ташый башлаясаҡ. Ул донъялағы иң оҙон Симферополь – Алушта – Ялта троллейбус маршрутына сығасаҡ.
Өфө трамвай-троллейбус заводының автономлы тәпәш иҙәнле «Горожанин» троллейбусын «НефАЗ» менән бергә эшләгән. Яңы машина былтыр апрел айында күрһәтелде. Троллейбусҡа ГЛОНАСС навигацияһы, Wi-Fi, мультимедиа, видеокүҙәтеү ҡуйыла. Йәйге эҫелә кондиционер тоҡандырырға мөмкин. Билет өсөн автоматик түләү - валидатор системаһын да ҡуйып була.
Нимәһе ҡыҙыҡ - "Горожанин" электрһыҙ урындан да йөрөй ала. Штангалар төшә, машина аккумуляторҙарҙан көс ала, заряд ун-ун биш саҡрымға етә. Троллейбус контакт селтәренә күскәндә аккумуляторҙар туйындырыла.