21.01.2019 Ҡырымда ял итергә путевка мең һум тора икән
Сибай халҡына йәнә бер хәүеф янай. Кеше ҡайғыһында мутлашыусылар кинәнә. Улар йәнәһе лә Ҡырымға ял итергә путевканы бер мең һумға ғына һатабыҙ тиҙәр. Аҡса ебәреп алданыусылар ҙа теркәлгән.
Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева был мутлашыусылар эше һәм быға ышанырға кәрәкмәй тигән.
Ҡырымға, республика санаторийҙарына һаулығы ҡаҡшаған балалар һәм оло йәштәгеләр ебәреләсәк. Әле исемлек төҙөлә.