20.01.2019 «Самауыр янында» йыйылайыҡ
Сәй – ҡунаҡсыллыҡ билдәһе, уны алыҫтан килгән ҡунағыңа ла, “ут алырға” ингән күршеңә лә тәҡдим итәһең. Халҡыбыҙҙа ла сәйләү йолаһы борондан килә.
"Сәйгә килеп китегеҙ", – тип башҡорттар бер-береһен аралашып ултырырға саҡырған. Ысынлап та, кешеләрҙе берләштереүсе көскә эйә сәй табыны. Шуға ла, самауыр яны – ғаилә йәне, тиҙәр. "Юлдаш" самауыры ла моң, һүҙ, дәрт, илһам ҡуҙын баҙлатып, тыңлаусыларҙы төшкө ваҡытта барған "Самауыр янында" тапшырыуына саҡыра. Йырлы табын дүшәмбенән йомаға саҡлы гөрләй. Тәмле сәй табыны артында зауыҡлы йырҙар тыңлап, рухи байлыҡ туплап, һөйләшеүгә тәҡдим ителгән темаға ҡарата һәр кем үҙ фекерен белдерә ала. Тормош, йәшәйеш, йәмғиәт, тәрбиә, әхлаҡ, кеше яҙмыштары, һаулыҡ, социаль мәсьәләләр, һәр ҡатлам тыңлаусыһын ҡыҙыҡһындырырҙай темалар һайлап алына. Әйткәндәй, "Бәйләнештә" социаль селтәрендә, радиобыҙҙың асыҡ төркөмөндә ҡороласаҡ темаға әңгәмә хаҡында алдан хәбәр бирәбеҙ.
Сәйле табын ҡунаҡһыҙ булмай, ти халыҡ. "Юлдаш" сәйенә саҡырылған билдәле шәхестәр тыңлаусыларыбыҙҙың һорауҙарына ихлас яуап бирә, үҙ фекерҙәрен еткерә. Хөрмәтле дуҫтар, киләсәктә ҡунаҡ сифатында "Самауыр янында" кемдәрҙе күрергә теләр инегеҙ? Ошоға бәйле йәки күтәрелгән темаларға ҡағылышлы ҡыҙыҡлы тәҡдимегеҙ булһа, рәхим итеп, беҙгә хат яҙығыҙ, электрон почтаның адресы: wgm-81@mail.ru. "Юлдаш" самауыры аҙнаның эш көндәрендә нәҡ һеҙҙең өсөн шыжлай, йырлы табыныбыҙға көндөҙ сәғәт икенсе ун минутта рәхим итегеҙ. Һеҙҙе самауыр янына йыйыр телефон һандары – 285-77-85.