17.01.2019 Сибайҙар, һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ!
Сибай ҡалаһында экологик хәлгә бәйле "ҡыҙыу бәйләнеш" телефоны эшләй. Был турала Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте. Бәйләнеш телефоны: 8 (347) 244-15-75.
Сибай халҡы һаулығына ҡарата иғтибарлы булырға тейеш. Көкөрт водороды организм өсөн хәүефле. Кеше был ағыулы ауыр еҫте тәүҙә тойһа ла, һуңынан уға өйрәнеп китә. Химик элемент көслө әселәткес. Ул ҡанға эләкһә, организмдағы әселәнеү-тергеҙеү процесын боҙа, метаболизмға йоғонто яһай, танау ҡыуышлығы, күҙҙәрҙе елһендерә, бөйөрҙәр, бауыр эшмәкәрлеген боҙа. Көкөрт газы һыуҙа тиҙ эрей. Беҙҙең тәнебеҙ һыуҙан торғас, ул туҡымаларға үтеп инеп, ағзаларҙы зарарлай.