16.01.2019 Яҡташыбыҙ — Беренсе каналдың алып барыусыһы
Өфө ҡыҙы Юлиә Ғамаева (Ғабдулхаҡова) Беренсе каналда алып барыусы вазифаһына тәғәйенләнгән. Ул иртәнсәк Камчатканан алып Башҡортостанға тиклем төбәк яңылыҡтарын уҡый. “Һәр сәғәт поясын уятыу һәм эшкә ашығыусыларҙы яңылыҡтар менән таныштырыу миңә ҡыуаныс килтерә. Бигерәк тә яҡташтарыма иртәнге кәйеф бүләк итә алыуыма шатланам”, — ти Юлиә.
Ҡыҙ Санкт - Петербург дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған, тәүге хеҙмәт практикаһын Башҡортостан юлдаш телевидениеһында үткән. “Салауат Юлаев” хоккей командаһына ҡарата һөйөү уны иң тәүҙә спорт программаһына килтергән. 2017 йылда Беренсе каналдың яңылыҡтар редакцияһында эш башлаған.