15.01.2019 “Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы”нда нимәләр булырға тейеш?
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты хәбәр итә:
“Хөрмәтле йәмәғәт!
Милләттебеҙҙең киләсәген 20, бәлки 50 йылдан һуң нисек күҙаллайһығыҙ? Халыҡ иҫәбе артырмы, кәмерме? Туған телебеҙҙә һөйләшеүселәр һаны менән ниcек булыр?
Быуаттар үткәс тә башҡорт милләте булараҡ һаҡланып ҡалыу өсөн бөгөн ҡул һыҙғанып эшкә тотонайыҡ! «Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы»н бергәләп төҙөйөк! Милләтебеҙ киләсәге беҙҙең ҡулда.
Стратегияның проектын халҡыбыҙҙың оло йыйыны – V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына өлгөртөү мөһим. Документтың нигеҙен тәшкил итергә тейешле төп элементтарҙы, уның маҡсаттарын, шулай уҡ төҙөлөү механизмын эксперттар менән берлектә ябай халыҡ та билдәләй ала.
Тәҡдимдәрегеҙҙе kurultay-ufa@mail.ru адресына көтөп ҡалабыҙ.
250-49-31 телефонынан шылтыратып та комментарий ҡалдырырға мөмкин”.
Шулай итеп, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитетында йыйылған эксперт советы Стратегияны бергәләп төҙөргә тәҡдим итә. Документтың финал проекты хөкүмәтебеҙҙең дәүләт программалары өсөн база булырға тейеш.