15.01.2019 Ялғанлап пенсия алған
Ауырғазы районынан берәү оҙаҡ йылдар буйына балаларынан әсәләренең тере булыуын йәшергән.
Ир менән ҡатын тәүҙә Белорет ҡалаһында гражданлыҡ никахы менән йәшәгән, малай һәм ҡыҙ тәрбиәләгән. Ҡатындың әхлаҡһыҙ тормош алып барыуы арҡаһында 2002 йылда ғаилә тарҡала. Ир үҙенең тыуған ауылына ҡайтып китә, ә ҡатын ул-ҡыҙын балалар йортона тапшыра һәм икенсе ҡалаға йәшәргә күсә.
Бер йылдан иргә етемдәр приютынан шылтыратып, балаларҙы килеп алыуын һорайҙар. Атай кеше ризалаша. Тиҙҙән ҡатын аҡылға ултыра һәм улы менән ҡыҙын күрергә Ауырғазы районына килә. Ләкин атай һәм өләсәй әсәнең килеүен оҡшатмай. Ҡатын бер-нисә тапҡыр килә, тик уны берәү ҙә ҡолас йәйеп ҡаршы алып тормай.
2009 йылда ир балаларының әсәһе менән туғанлыҡ бәйләнештәре юғалыу сәбәпле, судҡа ғариза яҙа. Ҡатынды хәбәрһеҙ юғалған, тип таныйҙар һәм ғаиләгә ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсия тәғәйенләйҙәр.
Бер йылдан хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре иргә, балаларҙың әсәһе Дүртөйлө ҡалаһында табылды, тип һөйөнсөләй. Ләкин ғаилә башлығы был хаҡта берәүгә лә, шул иҫәптән балаларына ла өндәшмәй һәм пособие алыуын дауам итә.
62 йәшен тултырған ҡатын, пенсия юллай башлағас ҡына, дөрөҫлөк асыҡлана.
Бөгөн ир тулыһынса үҙенең ғәйебен таныған, ул ике йылға шартлы рәүештә хөкөм ителгән, тағы ул пенсия күләмен — 700 мең һум аҡсаны кире ҡайтарып бирергә тейеш.
Әйткәндәй, 23 - 25 йәштәге ҡыҙ һәм ул әсәләре менән бөтөнләй аралашмай.