11.01.2019 Ауыл хужалығында эшләгәндәрҙең пенсияһы арта
Ауылда эшләп, 30 йыл хеҙмәт стажына эйә һәм әлеге көндә эшләмәгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсияһына билдәләнгән түләү 1 ғинуарҙан 25 процентҡа арттырылды.
Өҫтәлмәләрҙе Башҡортостанда 51 мең ауыл кешеһе аласаҡ. Айлыҡ арттырыу 1333 һумдан ашыу тәшкил итә. Бының өсөн пенсия бүлексәһенә барып, бер ниндәй ҙә ғариза яҙыу талап ителмәй.
Ауыл ерендә йәшәп, эше ауыл хужалығы менән бәйле булмаған ойошмаларҙа һәм учреждениеларҙа (мәктәптә, ауыл советында, фельдшер пунктында) эшләгәндәр өсөн билдәләнгән түләү арттырылмай.
Ауыл хужалығында (үҫемлекселек, малсылыҡ, балыҡсылыҡ) 30 йыл эш стажы хеҙмәт кенәгәһендәге яҙмалар менән раҫланмаған пенсионерҙар пенсияны яңынан иҫәпләтеү өсөн теләгән ваҡытта Пенсия фондына өҫтәмә документтар тапшырырға хоҡуҡлы.