04.01.2019 Цирк булғас, хәүефһеҙ булһын!
2018 йылдың 18 декабрендә Өфөлә суд приставтары суд ҡарары нигеҙендә шапито циркы эшен туҡтатты. Был тамашасыларҙың, тәү сиратта балаларҙың хәүефһеҙлеге өсөн эшләнде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, бер аҙнанан, 25 декабрҙә цирк кире эшләй башлаған.
Суд приставтары федераль хеҙмәтенең БР буйынса идаралығынан рәсми вәкил Ләйсән Нәғимова белдереүенсә, суд ҡарарын күрәләтә инҡар иткәнгә һәм үҙ белдеге менән тамашалар ҡуйыуға рөхсәт иткәнгә күңел асыу урыны директорына енәйәт эше асҡан.
Приставтар Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарына цирктың әлегә, тейешле суд ҡарарына тиклем ябыҡ булыуы тураһында хәбәр итә.