30.12.2018 Мандарин ҡабыҡтарын ташламағыҙ
Яңы йыл табынында цитрус ҡабыҡтары күп йыйыла. Уңған, тырыш хужабикәләр мандарин, әфлисун ҡабыҡтарын бер ҡасан да ташламай. Уларҙы йыйып киптереп ҡуйһағыҙ, йәйгеһен баҡса ҡоротҡостарына ҡаршы көрәшә алаһығыҙ. Кейем шкафына киптерергә ҡуйһағыҙ ҙа, көйә үрсей алмаҫ. Цитрус еҫенән улар ҙа ҡурҡа.
Мандарин ҡабығы – бына тигән дарыу ҙа. Уны ҡоро йүтәл ваҡытында ҡулланырға кәңәш ителә. Кипкән һәм ваҡланған өс аш ҡалағы ҡабыҡҡа ике стакан ҡайнап торған һыу һалып, ике сәғәт төнәтергә һәм һөҙөргә кәрәк. Көнөнә дүрт тапҡыр яртышар стакан эсергә. Бындай төнәтмә йоҡоһоҙлоҡтан да ҡотҡара.