25.12.2018 Шыршы тирәләй шау-шыу
Быйыл Стәрлетамаҡтың Строймаш биҫтәһе өсөн төп шыршыны … зыяраттан ҡырҡып алғандар.
Атҡаҙанған архитектор ҡәбере янында үҫеп ултырған ағасты урындағыларҙың күҙ алдында ҡырҡып, майҙанға алып киләләр. Был ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында оло тауыш ҡупҡас, шыршыны тиҙ генә икенсегә алмаштырып ҡуялар.
Яуаплылар, архитекторҙың ғаиләһе һорауы буйынса ҡырҡтыҡ, тип аңлата. Ысынлап та, шыршының тамырҙары ҡәберлек плитәһен ватыу сәбәпле, бындай мөрәжәт булған. Тик ни өсөн шыршыны майҙанға урынлаштырыуҙарын мәрхүмдең туғандары аңлата алмай.
Әлегә был хәл менән төбәк Эске эштәр министрлығы бүлеге ҡыҙыҡһына. Полиция ҡыҫылышы булғандарҙан һорау ала.
РФ Дәүләт Думаһының Экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау комитеты рәйесе Владимир Бурматов был хәлде «Башбаштаҡлыҡ һәм аҡылһыҙлыҡ» тип атаны. Сәйәсмән әйтеүенсә, бының менән прокуратура үҙе шөғөлләнергә тейеш: