20.12.2018 Балалар баҡсаһы өсөн түләү артасаҡ
2019 йылдың 1 ғинуарынан балалар баҡсаһы өсөн түләүҙең артыуын ата-әсәләр белмәй әле. Белгәндәре лә был яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итмәгәндер. 2018 йылда уртаса хаҡ 1554 һум тәшкил итте.
БР Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, хаҡтар 4 процентҡа күтәреләсәк. Был сумманан ата-әсәләр түләүен кәметеүсе компенсация күләме билдәләнәсәк. Баҡса өсөн түләүҙәр төрлөсә булыуы мөмкин, сөнки һәр учреждение хаҡты үҙе билдәләй. Түләүҙең күләме мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһының төрөнә, эш ваҡытына, баланың йәшенә ҡарап билдәләнә Шулай ҙа, уртаса хаҡ 2019 йылда 1617,2 һумдан артмаҫҡа тейеш. Бер сабый өсөн бер айға сама менән 8 мең тирәһе сығым китә. Уның 70 процентын хөкүмәт үҙе ҡаплай. Хөкүмәт тарафынан бер бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә — 20 процент (323,44 һум), ике —(808,6 һум), өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнгән ғаиләләр өсөн 70 процент йәғни 1132 һум.
Һуңғы осорҙа йыл һайын балалар баҡсаһы өсөн хаҡ күтәрелә. Быға тиклем түләүҙәр йылына бер-нисә тапҡыр артһа, ә хәҙер закон буйынса йылына бер тапҡыр ғына ҡиммәтләнергә тейеш. Түләүҙәрҙең артыуы мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларын финанслауға сығымдар артыуына бәйле.