18.12.2018 Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе: Ауыл хужалығынан тыш булмай
– Аграр сәнәғәт комплексы беҙҙең иҡтисадтың иң перспективалы үҫеш нөктәләренең береһе булырға һәләтле. Бер генә һанды миҫалға килтерәм: республиканың аҙыҡ-түлек баҙары күләме 350 миллиард һум самаһы. Ә беҙ әле 170 миллиард һум тирәһе генә продукция сығарабыҙ. Йәғни сығара алғандың ни бары яртыһын ғына. Унда ла сеймал. Беҙҙең аграр сәнәғәттең төп бурысы – үҙебеҙҙә тәрән эшкәртеүҙе йәйелдереү, – Радий Хәбиров был эште беренсе торған мәсьәләләр иҫәбенә индерҙе.
Кооперативтарға ҡушылыу барһа ла, беҙҙә барыбер ҙә ауыл хужалыҡтары юҡҡа сыға. Быға йыш ҡына уйланмаған, хатта махсус эшләнгән аяҡ салыуҙар сәбәпсе.
– Бәлки, ауыл кешеһен эшле итеүселәрҙе, ауыл иҡтисадын үҫтереүселәрҙе тарҡатыуҙы туҡтатырғалыр, ә? Фермер хужалығы аяҡ баҫтырыуға күпме көс һалынғанын күҙ алдына килтерергеҙ әле. Ауылда эшләрлек кадрҙарҙы әҙерләү мәсьәләһе лә бар. Тәүҙә аграр колледждарҙың бер нисәүһендә малсылыҡ фермалары, тәжрибә баҫыуҙары булдырырға, уларҙы йыһазларға кәрәк. ғөмүмән, ауылдарыбыҙҙың киләсәген хәстәрләүҙе шәхси бурысым итеп тоям, сөнки мин ауылда үҫтем, – тине Радий Хәбиров.
Етәксе ауылдың милли йолаларыбыҙҙы ла, ғаилә ҡиммәттәрен дә һаҡлаусы, быуындар бәйләнешен тәьмин итеүсе булыуын яҡшы белә. Властың ауылға йөҙ менән бороласағына ышанырға ғына ҡала.