18.12.2018 Радий Хәбировтың Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайына тәүге мөрәжәғәтнамәһе: Лайыҡлы эш, лайыҡлы белем
– Ҡайҙа ғына осрашмайым, республиканың һәр кешеһе тиерлек иң ҙур проблема тип эш юҡлығын, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы булмауын атай. Күп ир-ат эш эҙләп ситкә китә. Айырыуса сәләмәтлеген ҡаҡшатып, Себер яҡтарына. Етмәһә, ғаиләләр ҙә тарҡала. Ә беҙ хеҙмәткә яраҡлы кешеләребеҙҙе юғалтабыҙ. Минеңсә, был республика өсөн иң төп хәүефтәрҙең береһе, – тине Радий Фәрит улы Мөрәжәғәтнамәһендә. – Яңы эш урындары булдырыу мөһим. Иң мөһиме – лайыҡлы хеҙмәт хаҡы менән. Муниципалитеттарға инвестициялар йәлеп итергә, яңы етештереү предприятиелары асырға кәрәк. Һәм, ҡасандыр кешеләргә эш биргән, ә хәҙер теге йәки был сәбәптәр менән банктрот хәленә ҡалған элекке предприятиеларҙы тергеҙеү мәсьәләһен ҡарарға.
Республика етәксеһе төрлө ойошманы бөтөрөп, кеҫәһенә миллионлап һум аҡса һалған енәйәти төркөм эшмәкәрлеген туҡтатасаҡтарын белдерҙе. Ағиҙел йылға пароходсылығы, Ергән МТС-ы кеүек етди предприятиелар бөтөрөлгән. Ә “Башавтотранс” менән ”Башҡортостан” нәшриәте саҡ ҡалды.
Радий Хәбиров йәштәр темаһын да күтәрҙе.
– Йәштәрҙең республиканан китеүе – айырым тема, – тине ул. – Мәктәп тамамлаған егет һәм ҡыҙҙар юғары белем алыу өсөн ситкә китә. Беҙҙең университеттар ҙа Рәсәй вуздары кимәлендә булырға тейеш. Республика һәр йүнәлеш буйынса булышлыҡ итергә әҙер. Был йәһәттән Хөкүмәткә киләһе йыл аҙағына тиклем Технополис – Республика фән һәм технологиялар йортон төҙөү эшен тамамларға ҡушам. Ә һәләтле йәштәргә, студент һәм аспиранттарға, республика Башлығы стипендияһын ике тапҡырға күтәрәсәкбеҙ.