15.12.2018 Конгресс-холл Торатау исемен йөрөтәсәк
Кисә хоҡуҡ мәғлүмәтенең рәсми порталында БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ошондай бойороғо баҫылды.
Ошо сәбәпле, 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы уставы, БР Дәүләт милке реестры һәм башҡа документтар үҙгәрәсәк.
Конгресс-холға "Торатау" исеме иң ҙур һәм данлыҡлы шихан исемле геопарк төҙөлгәнгә күрә бирелде.