15.12.2018 Валерий Меладзе башҡортса һөйләшә башлаған
Кисә үткәрелгән Башҡорт теле көнө флешмобына күренекле йырсы Валерий Меладзе ла ҡушылды. Ул Башҡортостан халҡын байрам менән тәбрикләне.
«Хөрмәтле дуҫтар! Башҡорт теле көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Шатлыҡ һәм уңыштар теләйем!» — тигән йырсы.
Флешмобты "Башинформ" агентлығы директорҙары Советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов башланы. Кешеләр социаль селтәрҙәргә башҡортса видеояҙмалар төшөрөп һалды.