12.12.2018 Уҡытыусылар менән табиптарға ла сират етте
РФ Хөкүмәте һәм Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коррупцияға ҡаршы стандарттарҙы нығытып ҡуйҙы: дәүләт хеҙмәткәрҙәре менән бюджет хеҙмәткәрҙәре һаналған уҡытыусылар менән табиптарға бүләктәр алыуҙы тыйҙы. Алған осраҡта ла, уларҙың хағы 3 мең һумдан артмаҫҡа тейеш. Тейешле закон проекты хөкүмәт комиссияһы тарафынан хупланған һәм Дәүләт Думаһына тикшерелеүгә ебәрелгән.
Табиптар һәм уҡытыусылар бүләк бирергә тырышҡан һәм шул рәүешле уларҙы коррупцияға йәлеп иткән кешеләр хаҡында етәкселеккә хәбәр итергә тейеш.
Закон проекты ҡабул ителгән хәлдә лә , сәскәләр һәм канцелярия тауарҙарын бүләккә бирергә мөмкин.