30.11.2018 Ни өсөн шаурма киосктарын йәшерәләр?
Туҡталыш һайын шаурма (беҙҙеңсә, «шау урама» йәки «шәп урама» ) киосктары Рәсәйҙең һәр ҡалаһында ғәҙәти күренеш. Биш йыл самаһы элек улар халыҡ күп йөрөгән туҡталыштарҙа ғына булһа, хәҙер аҙым һайын майлы еҫ тарата. Ғөмүмән, гәзит-журналдарҙы итле лавашҡа алмаштырыу Өфөлә киң таралған.
Беҙҙең «Матбуғат йорто» туҡталышында ла гәзит һатҡан сауҙа нөктәһен былтыр үҙгәртеп ҡорҙолар. Ә бына яңы ҡала мэры уларға һуғыш иғлан иткән кеүек булды. Өлфәт Мостафин ҡаланың үҙәк ерендә урынлашҡан көнсығыш ашамлыҡтарын һатыусы трамвайҙы алдыртты ла инде.
Бер - нисә көн элек «Матбуғат йорто»нда шаурма урынына «Баҫма продукция» тип яҙылғанды уҡып, үҙ күҙемә үҙем ышанмайыраҡ торҙом. Был ни хәл? Мэрҙан ҡурҡып, «битлек» кейҙереп ҡуйғандармы, әллә киоскты модернизациялайҙармы? Һалҡындан ҡасып инеп, гәзит –журнал һатып алып, йылы сәй-кофе һәм шаурма ашап ҡына уҡып ултырғанда, ҡана һуң!
Был хәл тураһында, ғөмүмән, ҡала һәм район үҙәктәрендә матбуғат киосктарының хәле, ни өсөн баҫма матбуғатты һатыуҙа табыуы ауырлашыуы хаҡында киләһе һандарҙа уҡырһығыҙ.
Л. ХӘЛИТОВА.