26.11.2018 Иғтибар, конкурс: "Яңы йыл мажаралары!"
Иҫке йылды бәхет һәм үкенес, шатлыҡ һәм юғалтыуҙар менән оҙатабыҙ. Шуға ла Яңы йыл беҙҙең өсөн – һәр саҡ мөғжизә, теләктәрҙең тормошҡа ашыуы, тормошобоҙға матур үҙгәрештәр индереүен көтөү.
Сихри төн, йым-йым итеп шыршыларҙа уттар балҡый, бына-бына яңы йыл куранттары һуғасаҡ. Ә һин һаман да яҡындарың йыйылған табынға ҡайтып инә алмайһың йә сәғәт менән яңылышҡанһың. Бәлки Яңы йыл төнөндә ашығыс эшең килеп сыҡҡандыр, мажараға тарығанһыңдыр. Кемдәр менән шундай хәлдәр булғаны бар?
Ҡыҙыҡлы иҫтәлектәрегеҙҙе “Яңы йыл мажаралары” конкурсына яҙып ебәрегеҙ.