20.11.2018 Рәсәй Хөкүмәте 2019 йылға эшһеҙлек пособиеһының күләмен раҫланы
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте 2019 йылға эшһеҙлек пособиеһының минималь һәм максималь күләмен раҫланы. Тейешле ҡарарға премьер-министр Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, эшһеҙ тип танылған граждандар өсөн пособиеның иң аҙы — 1 500 һум, иң күбе 8 000 һум тәшкил итә.
Пенсия алды йәшендәге кешеләр өсөн эшһеҙлек пособиеһының иң аҙы — 1 500 һум, иң күбе 11 280 һум була.