RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » "Йондоҙло табын" - Светлана ВАСИКОВА

18.11.2018 "Йондоҙло табын" - Светлана ВАСИКОВА

"Йондоҙло табын" -  Светлана ВАСИКОВА
Бөгөн “Йәшлек” уҡыусыларына үҙенең ярат­ҡан ризыҡтарын бешерергә Дүртөйлө ҡалаһында йәшәүсе шағирә, журналист Светлана ВАСИКОВА өйрәтә.

Итле бәлеш
Беҙҙең яҡтарҙа ҡунаҡ килгәндә мотлаҡ бәлеш бешерелә. Әсәйемдән иҫтәлеккә ҡалған ҙур таба бар, мин шуның менән бешерәм. Оло табынға етә, ә кешеләр әҙерәк булһа, йылытып ашарға ла ҡала.
Бәлеште һыйыр йә тауыҡ итенән бешерергә мөмкин. Итте ваҡлап турағас, бәрәңге, һуған турап һалам, тоҙ, борос, укроп өҫтәйем дә, яҡшылап бутайым. Малдың эс майын өҫтәргә лә була.
Ҡамыр өсөн ике йомортҡа, 2-3 ҡалаҡ үҫемлек майы, 200 грамм кефир йәки магазин ҡаймағы (бик булмаһа, 2–3 ҡалаҡ майонез менән дә алыштырырға ярай), йылымыс һөт йәки һыу, тоҙ, сода һалып бутарға. Уға әҙ-әҙләп он һалып, артыҡ ҡаты булмаған ҡамыр баҫырға ла, ике өлөшкә бүлеп йәйергә. Ҙурыраҡ йәймәне майланған табаға һалғас, эслекте тигеҙләп һалырға. Икенсе йәймә менән өҫтөн ҡаплап, ситтәрен йәбештереп сығырға кәрәк. Ҡап уртанан бәлештең өҫтөн тишеп, ҡамырҙан йомро ҡапҡас әүәләп, ҡаплап ҡуйырға. Бәлеште мейестә бер сәғәт тирәһе бешерергә. Әҙер булырға 15 минут ҡалғас, йомро ҡапҡасын асып, ярты стакан тирәһе ҡайнар һыу өҫтәйем. Шул саҡта бәлеш һурпалы булып бешә.

Балан бәлеше
Октябрь-ноябрь айҙары – баландың иң өлгөргән мәле. Ҡы­ҙарып тәлгәшләнгән емештәрҙе һаҡ ҡына тиреп алып, суйын ҡаҙанда һыу менән 20 минуттай бешереп алһаң, шифалы ризыҡ була.
Уға ҡырғыс аша үткәрелгән 3–5 алма, биш ҡалаҡ шәкәр, өс ҡалаҡ манный ярмаһы һалып бутаһаң, бик тәмле бәлеш эслеге килеп сыға. Ҡамыр өсөн ике йомортҡа, ярты стакан һөт, бер ҡап ҡабартҡыс (разрыхли­тель), 50 грамм шәкәр, өсәр ҡалаҡ майонез, үҫемлек майы, самалап тоҙ һәм он кәрәк, әҙерәк кефир ҙа һалырға ярай.
Йомшаҡ ҡамыр баҫып, унан ике йәймә әҙерләргә. Эслекте һалғас, өҫтөн ҡаплап, артыҡ эҫе булмаған мейестә 30–40 минут тирәһе бешереп алырға.

Гөбәҙиә
Бер стакан йылы һөткә 200 грам иретелгән аҡ май, 50 грамм шәкәр, самалап тоҙ, өс йомортҡа, бер ҡап тиҙ ҡабартҡыс ҡоро сүпрә һалып бутап, яйлап ҡына он һала-һала уртаса ҡатылыҡтағы ҡамыр баҫырға. Эслек әҙер булғансы уны йылы урынға ултыртып торор­ға кәрәк. Ҡамырҙы бәләкәй өлөштәргә бүлеп йәйергә.
Эслекте ҡатлап һалам. 1-се ҡат – ҡыҙыл эремсек, уның өҫтөнә туралған йомортҡа, 3-сө ҡатҡа дөгө (ике стакан дөгө ярмаһын тоҙло һыуҙа 10 минут тирәһе бүрт­тереп алырға ла һалҡын һыу менән сайҡатырға. Уға 300 грамм тирәһе иретелгән аҡ май, сама менән шәкәр һалып бутарға), иң өҫкә эҫе һыуҙа бүрттерелгән йөҙөм емеше алына. Гөбә­ҙиәләрҙе эшләп бөткәс, майлан­ған табаға теҙеп, 35 минут тирәһе бешереп алам.
Табынға биргәндә матур бул­һын өсөн өҫтөнә май менән ыуыл­ған он һибергә була.

Гөлнур ЮЛДАШЕВА яҙып алды.










Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне