12.11.2018 Яңы Монасипта яңы күперҙән кешеләр ҙә, машиналар ҙа үтә аласаҡ
Бының турала бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдерҙе. Бөрйән районы хакимиәте "Ауылда меңгә яҡын кеше йәшәй, кеше үтә торған күпер урынына автомобилдәр өсөн күпер төҙөлһөн" тип мөрәжәғәт ебәргән.
Яңы күперҙе икенсе подрядсы төҙөйәсәк - элеккеһе, "Лидер" ЯСЙ-һы графиктан күпкә артҡа ҡалған булған. Ҡоролма 2020 йылдың аҙағына сафҡа инергә тейеш.
Нәби ауылындағы кеше үткәргес күпер иһә киләһе йылдың 1 апреленә тамамаланасаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ - Бөрйәндең ике ауылындағы күпер төҙөлөшө 2011 һәм 2016 йылдан бирле дауам итә. БР башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткән аҙналағы кәңәшмәлә проект буйынса яуаплыларҙы ҡаты тәнкитләне.