08.11.2018 Әсхәл Әхмәт-Хужа вафат булған
Бөгөн ҡайғылы хәбәр алдыҡ: танылған шағир һәм тәржемәсе, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, әҙәби премиялар лауреаты Әсхәл Әхмәт-Хужа (Әсхәл Әбүталип улы Әхмәтҡужин) яҡты донъяларҙы ташлап киткән.
Мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Һуңғы юлға оҙатыу 10 ноябрь көнө иртән Әбйәлил районының Асҡар ауылының Горная урамы, 50А адресы буйынса үтәсәк.