07.11.2018 Ялдарға ҡарай -14 градусҡаса һыуытасаҡ
Башҡортостанда был аҙнала һауа торошоноң ҡапма-ҡаршы булыуы көтөлә. Уртаса һауа температураһының норманан 3-4 градусҡа юғары булыуы күҙаллана. Аҙна аҙағында ғәҙәттәгенән 4-5 градусҡа түбәнәйәсәк. Һауа массалары алмашынғанда епшек ҡар яуыуы мөмкин.
Иртәгә, 8 ноябрҙә, бер аҙ епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, төндә һәм иртән ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ көтөлә. Ел көнбайыштан талғын, ваҡыты менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -3,+2, көндөҙ 0,+5 градус.
Кесаҙна, 9 ноябрҙә, төндә һәм көндөҙ республикала бер аҙ ҡар яуа, ҡайһы бер юл участкаларында боҙлауыҡ булыуы ихтимал. Төндә һауа температураһы -4,-9, аяҙытҡанда -14 градусҡаса, көндөҙ -1,-6 градусҡа тиклем түбәнәйә.