07.11.2018 Родинаға трактор кәрәк!
Ғафури районының Родина –Ватан ауылы клубында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу өсөн ауыл кешеләре йыйылды. Залда бер буш урын да булманы, һыймағандар коридорҙа тороп тыңланы.
Колхоз – совхоздар тарҡалып, заман тарафынан үҙ көндәрен үҙе күрергә дусар ителгән ауылдарҙың береһе инде беҙҙең Ватаныбыҙ ҙа. Эш юҡлыҡ, ҡыш көндәре юлдарҙың таҙартылмай оҙаҡ ятыуы үҙәккә үтте. Быйыл мәктәбебеҙҙе лә башланғысҡа ғына ҡалдырып ҡуйҙылар. Капиталь ремонт үткән, уҡыусылар тауышынан гөрләп торған матур мәктәп бинаһы моңһоуланып ҡалды. Ауыл киләсәге йәштәр ҡулында бит. Ниңә уларҙы ауылыбыҙҙан ситләштерәләр икән ул?...
Һуңғы йылдарҙа ауыл халҡы йәшәргә тырышып үҙ көстәребеҙ менән арыу ғына эштәр ҙә башҡарҙыҡ. Бирешмәҫкә тырышып ятҡан көнөбөҙ. Бына бөгөн дә йыйылған халыҡ үҙ фекерен әйтте. Программалағы пункттар араһынан әлеге көндә иң ныҡ мохтаж булған трактор алыу мөмкинлеген һайланы.
Эх, трактор ала алһаҡ ине, бееҙең клуб бинаһының аҫҡы ҡатында уны тотор өсөн гаражыбыҙ ҙа әҙер бит.
ТРАКТОР КӘРӘК!
Ике көн буйы ныҡ итеп
Тышта буран ҡоторҙо,
Күмеп китте урамдағы
Йөрөй торған юлдарҙы...
Ҡарлы юлдан бата-бата
Атлап барыуы ауыр,
Ҡасан һуң хужалар беҙгә
Көрәкле трактор алыр?
Ауылымдың урамдары
Тап - таҙа булыр ине,
Балалар таҡыр юлдарҙан
Мәктәпкә барыр ине!
Зарланып ятмайыҡ әле,
Барайыҡ йыйылышҡа!
Әйтәйек үҙ һүҙебеҙҙе:
"Трактор кәрәк ҡышҡа!"
Родина – Ватан ауылы старостаһы,
шағирә-сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ