31.10.2018 Альмира Исхаҡова хәбәр итә:
Мин эшләгән Өфө ҡалаһының 9-сы балалар йортонда "Наставничество", йәғни "Остаз" проекты тормошҡа ашырыла. Быйыл беҙҙең ун балабыҙ оло тормошҡа аяҡ баҫырға тора, улар профессия һайлау, киләсәктә үҙҙәрен кем тип күрергә ниәтләү менән мәшғүл. Бөгөнгө көндә уларҙың күңелен ниндәй хыялдар өтә, ҡайһылайыраҡ маҡсаттар билдәләргә - балаларыбыҙҙың баштары әйләнгән илаһи мәлендә остаздар ярҙамына мохтажбыҙ.
Өфөлөләргә әйтер һүҙем: ҺЕҘҘЕҢ хыялығыҙ тормошҡа аштымы? Маҡсаттарығыҙға нисек ирештегеҙ? Профессияны нисек дөрөҫ һайланығыҙ? Үкенерлек эштәр ҡылдығыҙмы? Яңылышҡанығыҙ бармы? Хаталарҙы төҙәтеп буламы? тигән һорауҙарға яуаптарығыҙҙы әҙерләп, килегеҙ беҙгә!!! Әгәр беҙҙең балаларыбыҙға әйтер һүҙегеҙ, өйрәтер эшегеҙ (мастер - классы), бүлешер тәжрибәгеҙ бар икән - килегеҙ. Беҙ көтәбеҙ һеҙҙе.