29.10.2018 Беҙҙең кейек-хайуандарға пулеметтан аталар…
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөн хөкүмәт ултырышында урманды һаҡлау тураһында һөйләгәндә, ағастарҙы ғына түгел, ә ҡырағай йәнлектәрҙе лә һаҡлау мәсьәләһен ҡуйҙы.
– Минең киләһе сәфәрем – урмандарҙың хәл-торошона ҡағылһа, артабанғыһы хайуандар донъяһын байҡау буласаҡ. Үҙем йәнлектәрҙе үлтереүгә ынтылышты аңламайым. Элек беҙҙең рус, башҡорт ирҙәре айыу алырға теләһәләр, аҡыллы рәүештә һунар иткәндәр, ә саҡрым ярымдан осҡан пулянан атмағандар. Хәҙер етмәһә, лицензия һатып алалар ҙа, башҡорт урмандарына Рәсәйҙең төрлө төбәгенән килеп, пулеметтан тиерлек атып, бөтә йән эйәһен ҡыралар. Ни өсөн беҙ быға юл ҡуябыҙ?! – тигән бик етди һорау ҡуйҙы Радий Хәбиров. – Лицензияға ярашлы (туҡландырыу, ҡотороҡҡа ҡаршы вакцина яһатыу һ.б.) бер эш тә башҡарылмай, уның ҡарауы өйөр менән килеп аталар. Кеше урманға инергә ҡурҡа. Һунар цивилизациялы, һаҡсыл булырға тейеш!
Республика Башлығы яҡын арала экология йәһәтенән айырыуса иғтибар итәсәк темаларҙы ла атаны, улар – таш сығарыу, урман һәм хайуандар донъяһы.