29.10.2018 ”Башавтотранс” – төбәктәрҙе тоташтырыусы артерия…
Бөгөн БР Хөкүмәтендәге иртәнге оператив ултырышта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе: ”Башавтотранс” – төбәктәрҙе тоташтырыусы артерия…
БР-ҙың транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов, республикала ҡар һәм рашҡы яуыу сәбәпле, юлдарҙа килеп тыуған ҡайһы бер ҡатмарлыҡтар тураһында мәғлүмәт бирҙе. Республика етәксеһе белдереүенсә, ял көндәрендәге көн торошо ҡыш яҡынлашыуын аңғарта һәм беҙ һәр нәмәгә әҙер булырға тейешбеҙ. Был тәңгәлдә техника ла (ҡарҙан таҙартыу өсөн, мәҫәлән) етерлек булырға тейеш.
Әйткәндәй, былтырғы менән сағыштырғанда юл-транспорт фажиғәһендә һәләк булыусылар һаны һигеҙ процентҡа артҡан. Радий Хәбиров, был бик насар фактор, тиҙ арала кәрәкле саралар күрергә, тине. Етмәһә, ҡала-ара пассажир ташыусылар араһында ла законһыҙ эшләүселәр, йәғни “нелегалдар” күп. Радий Фәрит улы ошо арала был хәлде үҙгәртеү буйынса саралар планы әҙерләргә ҡушты. ”Башавтотранс” пассажир ташыусы автобустары тиҙҙән яңынан республика юлдарында иркен йөрөр, моғайын. Етәксе предприятиеның Өфө – Аҡъяр рейсын хеҙмәтләндереүҙән баш тартыуын да аңламай. Кешеләрҙе баш ойошмаһы ҡайҙалыр ситтә булған ЛАРГУСтар түгел, ә үҙебеҙҙең рәсми, ышаныслы автобустар йөрөтөргә тейеш.
Ниһайәт, юлдарҙа ла, пассажир ташыусы транспорт буйынса ла тәртип урынлашыр кеүек. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?