26.10.2018 Почта аҙнаһына өс мәртәбә килтерелергә тейеш
“Йәшлек” гәзите редакцияһында “Рәсәй почтаһы” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы - БР Федераль почта хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы директоры урынбаҫары Ленард Рәмил улы Шафиҡов гәзит уҡыусыларыбыҙ менән “тура бәйләнеш”үткәрҙе.
"Төпкөл ауылдар булһа ла, почта аҙнаһына өс мәртәбә килтерелергә тейеш. Әгәр ҙә почта бер аҙнаға һуңлай икән, иң тәүҙә районығыҙҙағы почта начальнигына мөрәжәғәт итегеҙ. Мәсьәлә хәл ителмәһә, беҙгә яҙығыҙ. Сара күрербеҙ. Әлеге көндә почтальон, почта өсөн бина булмауы сәбәпле, 43 почта бүлексәһе ваҡытлыса эшләмәй тора. Хат ташыусылар ғына түгел, почта начальнигы вазифаһына ла кеше таба алмайбыҙ. Эш хаҡы аҙ булһа ла, халыҡ менән әүҙем эшләгән почтальондар эш хаҡын да яҡшы ала. Тауар һатҡан, гәзит- журналдар яҙҙырған, йорттарға йөрөп түләүҙәр ҡабул иткән почтальондарға эш хаҡына өҫтәлмә түләүҙәр бар", - тине ул.