22.10.2018 Пассажир транспортына ниндәй дәғүәләрегеҙ бар?
Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов яңынан төҙөлгән "Юл картаһы" буйынса алты эш блогын уҡып ишеттерҙе. Шуның менән Башҡортостан башлығы вазифаһын үтәүсе Радий Хәбировтың күрһәтмәһе - Өфөлә һәм Башҡортостанда пассажирҙар ташыу буйынса проблема хәл ителәсәк.
Иптәштәр! Автобус, маршрут транспорты буйынса ниндәй дәғүәләрегеҙ бар? Ауылдарҙан ҡалаларға, район үҙәктәренә нисек барып етәгеҙ? Тасуирлап яҙығыҙ, нимәләр өмөт итәгеҙ.
"Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмдәге пост аҫтына яҙығыҙ:
https://vk.com/wall-35065816_26268