15.10.2018 Яңы команда булырмы?
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенә команда төҙөү принциптары хаҡында хәбәр итте. Был хаҡта Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙәге рәсми сәхифәләрендә яҙҙы.
– Минең командаға ҡушылыу ябай. Бары тик кешеләрҙең хәленә инә белергә, уларҙың ниндәй ауырлыҡтарын барлығын күрергә һәм хәл итергә теләргә генә кәрәк. Ә үҙеңдән яуаплылыҡты алып ташларға түгел.
Күп торлаҡ төҙөлөшөндә бер юлы социаль объекттарҙы ла (шул иҫәптән инвесторҙар иҫәбенә лә!) күҙ уңында тоторға кәрәклеген «белмәгән» түрәләр миңә кәрәк түгел.
Республикаға уларҙың йүнәлеше буйынса нисә объект кәрәклеге менән ҡыҙыҡһынмаған (төҙөлөшкә аҡса барлығы билдәле булғанда ла) чиновниктар ҙа эшен дауам итмәйәсәк, – тип яҙған Радий Хәбиров.