14.01.2011 Телефонға өмөт бөттө!
Былтыр, ҡыҙы берҙәм дәүләт имтиханы биргән танышымдың, нишләп кенә балама файҙаланыу өсөн ҡулайлы, бөтә мөмкинлектәре булған телефон һатып алып бирмәнем икән... Исмаһам, үҙем дөрөҫ яуаптар менән ярҙам итә алыр инем тип өҙгөләнгәне хәтерҙә. Ниндәйҙер мутлашыуҙарға бара алмаһа ла, ул имтихандарын яҡшы ғына тапшырҙы. Һөҙөмтәләре яҡшы булғас, һис бер ҡыйынлыҡһыҙ юғары уҡыу йортона ла инеп китте. Шул уҡ танышымдан һуңынан насар өлгәшкән балаларҙың да телефон менән файҙаланып, БДИ-ны еңел тапшырыуҙарын ишеттем. Бынан ары белеме булмаусыларға был лафа бөтә икән. Сөнки РФ Дәүләт Думаһы депутаттары берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған ваҡытта кеҫә телефондарын файҙаланыуҙы рөхсәт итмәү өсөн тауыш бирҙе.
Яңы ҡағиҙә буйынса берҙәм дәүләт имтиханы тапшырған ваҡытта кеҫә телефоны менән файҙаланыу ғына түгел, (ул әлбиттә, элек тә тыйыла ине) уны хатта үҙең менән индереү тыйыла. Яңылыҡ барыһына ла ҡағыла – БДИ тапшырыусыларҙан алып имтихан үткәреү пункты етәкселәренә тиклем, — ти БР Мәғариф министрлығының белем сифатын баһалау һәм БДИ бүлеге начальнигы Зәки Мырҙағәлин. Баҡтиһәң, элек хатта бер кешенән алты телефон тартып алған осраҡтар булған, имеш. Балаларҙың белемен дөрөҫ баһаламау һөҙөмтәләре бына шунан килеп сыға ла инде.
Әйткәндәй, кеҫә телефондары менән файҙаланыу берҙәм дәүләт имтиханы ваҡытында ғына түгел, мәктәп олимпиадалары һәм юғары уҡыу йортона инеү имтихандары тапшырғанда ла тыйыла.