13.10.2018 Волга буйы федераль округының тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Башҡортостанға килде
Юғары вазифалы ҡунаҡ республика Ҡоролтайы бинаһында йыйылыусы депутаттарға һәм хөкүмәт ағзаларына Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса үтәүсе Радий Хәбиров менән таныштырҙы. Уны был вазифаға РФ Президенты Владимир Путин тәғәйенләне.