28.09.2018 Дауыл сығыуы ихтимал!
28 сентябрҙән 29-ына ҡарай төндә республика биләмәһендә елдең көсәйеүе һәм көслө дауыл сығыуы көтөлә. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, елдең тиҙлеге секундына 23 метрға етеүе мөмкин. Был хаҡта Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының рәсми сайтында хәбәр ителә.
«Автомобиль юлдарының айырым участкаларында 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей», — тип аныҡлыҡ индерҙе ведомство вәкилдәре.
Төндә һауа температураһы +3,+8 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ термометр бағанаһы 12-17 градусҡа тиклем күтәрелә.