26.09.2018 Рәсәйҙә балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотека программаһы оҙайтыла
Илдә икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр өсөн льготалы ипотека кредиттары программаһы 2024 йылға тиклем оҙайтыла.
«Ғаиләләр өсөн льготалы ипотека кредиттары программаларын кәмендә 2024 йылдың аҙағына тиклем оҙайталар», — тип тапшыра «ТАСС» вице-премьер Татьяна Голикова секретариаты хәбәрен.
2017 йыл аҙағында Президент Владимир Путин 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа икенсе һәм өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр өсөн ипотека буйынса 6 процент ставка менән махсус программа эшләргә тәҡдим итте. 2018 йылдың июнендә Президент шулай уҡ дүрт һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса алты процентлы ставка тәьмин итергә ҡушты.